СИНТЕТИК КАУЧУК ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫешә. С.к.п. м‑н “Каучук”, “Уфаоргсинтез”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы (түбән молекуляр каучуктар етештерә), “Синтез‑Каучук” ААЙ (Стәрлетамаҡ ҡ.) пр‑тиелары шөғөлләнә. “Каучук” ЯАЙ — изопрен һәм сополимер каучуктар етештереү б‑са РФ‑та иң эре пр‑тие (2005 й. дөйөм Рәсәй күләменең ошоға ярашлы 23% һәм 25%‑ы етештерелгән). “Уфаоргсинтез” ААЙ — этиленпропилен каучуктар етештереү монополисы (2007 й. 65%‑тан ашыу тура килә). С.к.п. күләме (мең т): 1990 й. — 314, 2000 — 213, 2005 — 170, 2006 — 195, 2007 — 163. 2007 й. синтетик каучуктар өлөшөнә химия производстволары тейәп ебәргән тауарҙың яҡынса 7,5%‑ы тура килә. Продукцияны ҡулланыусылар — Рәсәй һәм сит илдәр пр‑тиелары.

Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика