СИМОНОВА Надежда Ивановна (11.10.1947, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Көршәк а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1977 й. тиклем, 1980—83 йй. (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. алып лаб. мөдире һәм бүлек мөдире), 1997—2005 йй. (фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда. 1983—97 йй. Ғәмәли психология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. башлап лаб. мөдире. 2005 й. башлап Рәсәй мед. ФА‑ның Хеҙмәт мед. ҒТИ‑нда (Мәскәү) лаб. мөдире, 2012 й. — Клин хеҙмәт һаҡлау һәм хеҙмәт шарттары ин‑тының фән департаменты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ һаулығын формалаштырыу законлыҡтарын, ш. иҫ. сәнәғәт факторҙарының һәм тирә‑яҡ мөхиттең оҙайлы хеҙмәтте һаҡлауға йоғонтоһо факторҙарын, өйрәнеүгә; проф. һәм дөйөм ауырыусанлыҡ, үлем кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән проф. хәүеф м‑н идара итеү ысулдарын һәм сараларын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙың тармаҡ үҙенсәлектәре, индивидуаль проф. хәүефте, психосоц. факторҙарҙың әһәмиәтен баһалау методикаһы эшләнгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика