СИМОНОВ Юрий Гаврилович (17.3. 1923, Өфө), географ- геоморфолог. Геогр. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1950) шунда уҡ эшләй: 1960 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге ғәмәли география һәм геоморфология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. С. тарафынан йылға бассейндары һәм морфотектоника т‑да тәғлимәттәр, Көнсығыш Себер, Байкал аръяғы һәм Алыҫ Көнсығыш миҫалында геомәғлүмәт системаларын төбәктә оҙайлы геогр. прогнозлау һәм проектлау, мәғдәнле файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү нигеҙҙәре һ.б. уйлап табыла. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (1997). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Региональный геоморфологический анализ. М., 1972; Инженерная геоморфология. Индикационный анализ и методы исследования. М., 1990 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика