СИДНЕВ Александр Валентинович (11.1.1937, Һарытау ҡ. — 8.4.2016, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1985), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н геол. разведка экспедицияһы партияларының нач. һәм баш геологы, 1974 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1982 й. — Геология ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре, 1987 й. — фәнни эш б‑са дир. урынбаҫары. 1988—2016 йй. ӨДНТУ‑ла (2007 й. тиклем нефть һәм газ ятҡылыҡтарының геологияһы һәм разведкаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төбәк геологияһына, геодинамикаға, палеонтологияға, кайнозойҙың стратиграфияһына арналған. С. ҡатнашлығында Урал алды плиоцен палеоүҙәндәренең формалашыу моделдәре эшләнә, Көнбайыш Себер, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Нигерия, Йемендең һ.б. нефтле булыуы өйрәнелә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: История развития гидрографической сети плиоцена в Предуралье. М., 1985; Плейстоцен Предуралья. М., 1987 (авторҙ.); Фундаментальная геологическая наука и материальные энергетические ресурсы будущего. Уфа, 2001. Әҙәб.: Сиднев Александр Валентинович // Успехи современного естествознания. 2007. №1.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика