СИБИРЯК Сергей Владимирович (6.11.1955, Өфө — 26.6.2009, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1982 й. башлап Органик химия ин‑тының өлкән инженеры, 1984 й. — БДМИ‑ла уҡыта, 1992 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире, 2006 й. РФА Урал бүлексәһенең Иммунология һәм физиол. ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре, төп ғилми хеҙм‑ре (Ектеринбург ҡ.), бер үк ваҡытта Биол. һәм генетика ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге иммун системаһының тирә‑яҡ мөхит тәьҫиренә иммун көйләнеше һәм адаптацияһы механизмдарын, күҙәнәктәр иммунитеты әүҙемлегенкөйләүҙә “химик микро тирә‑яҡтың” һәм цитохром Р450‑бәйле монооксигеназ системаһының роленөйрәнеүгә, апоптоздың иммунологик аспекттарына, иммун статусын баһалау ысулдарын эшләүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында иммунотроплы, антиагрегацион һәм бәшмәктәргә ҡаршы әүҙемлек тыуҙырыусы, йөрәк мускулының ишемияға ҡаршы тотороҡлолоғон күтәргән һ.б. дарыуҙар эшләнгән. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

      Хеҙм.: Иммуномодуляторы. Уфа. 1999 (авторҙ.); Цитокиновая регуляция биотрансформации ксенобиотиков и эндогенных соединений. Екатеринбург, 2007 (авторҙ.); Оценка апоптоза в иммунологических исследованиях. Екатеринбург, 2008 (авторҙ.).   

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика