СИБАЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1969 й. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, компрессор цехтары, һыуытҡыс (бөтәһенә лә 1975 й. нигеҙ һалына) ингән. 2004 й. 295 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса изделиелары, иретелгән май, ярым фабрикаттар, малға ашата торған ит-һөйәк оно, ит консервалары етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика