СИБАЙ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урман файҙаланыуҙы көйләү эштәрен башҡара. 1948 й. Ҡанлы, Күркәтау һәм Шанский урман пункттарын берләштергән Ҡананикольский урман хужалығы булараҡ нигеҙ һалына; 1978 й. алып С.у.с.х., 1998 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Ҡананикольский урман пункты, Сибай түбәнге склады, Сибай автоюлы ингән. 2002 й. 455 кеше эшләгән; 49,2 мең м3 ағас сығарыла, ағас материалдары 33 мең м3, эшкә яраҡлы ағас –41,6 мең м3, ағас-таҡта –  7,7 мең м3, өй өсөн бура – 0,5 мең м3 етештерелә. Продукцияһы БР-ҙа һатылған. 1958–97 йй. С.у.с.х. тарафынан 4584 т ағас сайыры, 256 т дегет әҙерләнә, 423,5 мең м3 ағас-таҡта, 1279 мең м3  фанера өсөн сеймал етештерелә. Урман хужалығы 70-се йй. Японияға, 90-сы йй. Финляндияға технологик сеймал сығара.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика