СИБАЙ КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1951 й. “Башмедьстрой” тресының Тимер- бетон изделиелар з‑ды составында миҙгелле кирбес цехы булараҡ нигеҙ һалына (7 ағас киптергесе һәм иҙәнгә ҡуйыла торған үртәү мейесе була, миҙгеленә 2,0 млн данаға тиклем кирбес етештергән), 1959 й. алып кирбес етештереү цехы (йыл әйләнәһенә эшләгән, 14 камералы ҡулсалы үртәү мейесе м‑н йыһазландырылған), 1988 й. алып С.к.з. (1992 й. туннель мейестәре м‑н тәьмин ителә, етештереүсәнлек 5 млн данаға тиклем арта), 1995 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына әҙерләү, балсыҡ әҙерләү, формаға һалыу, киптереү бүлексәләре ингән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика