СИБАЙ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, электр энергияһын БР‑ҙың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары ҡулланыусыларына, ш. иҫ. “Башмедь” ЯСЙ‑на, “Сибай элеваторы” ААЙ‑на, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына ебәреүҙе тәьмин итә. Оператив‑диспетчерлыҡ хеҙмәте Сибай ҡ. урынлашҡан, район диспетчерлыҡ пункттары, 2007 й. алып Сибай ҡала электр селтәрҙәре районы эшләй. С.э.б.с. составында дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 463,7 МВ•А булған 35— 110 кВ көсөргәнешле 37 электр подстанцияһы, 1437 трансформатор подстанцияһы, 0,4 кВ (оҙонлоғо 1597 км), 6—10 кВ (2982 км) һәм 35—110 кВ (1200 км) көсөргәнешле электр таратыусы һауа һәм кабель линиялары бар (2008). Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 19642 шартлы берәмек тәшкил итә. 1969 й. “Башкирэнерго” Урал аръяғы электр селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә С.э.б.с. булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып уның филиалы. 2005 й. башлап “БашРЭС— Белорецк”тың (“Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ филиалы) хәҙ. исемендәге структур бүлексәһе. Пр‑тие ҡатнашлығында Таналыҡ (2001, Хәйбулла р‑ны), Әбделкәрим (2005, Баймаҡ р‑ны) бәләкәй ГЭС‑тары сафҡа индерелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика