СИБАЙ, БРҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡкөнсығышҡа 464 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ- көнбайышҡа табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны — 154 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 2,4; 1959 — 28,8; 1989 — 47,3; 2002 — 60,1. Милли составы (2002): башҡорттар — 48,3%, урыҫтар — 39,2%, татарҙар — 8,9%. Ҡала составында: Төйәләҫ а. (1,0 мең кеше). Ҡаланың иҡт. нигеҙе — тауҡаҙылма сәнәғәте. С. “Учалы таубайыҡтырыу комбинаты” ААЙның (ҡара: Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинаты) Сибай филиалы, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ, “Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы”, “Контакт” (2006 й. тиклем) ААЙлары, Сибай электр бүлеү селтәрҙәре (2005 й. тиклем), Урал аръяғы ТЭЦы, “Строймеханизация” ААЙ, Сибай элеваторы, “Сибай икмәге”, “Сибай кондитеры”, “Сибаймясоком” ЯСЙлары, “Урал аръяғы продукттары” ЯАЙ, “Башкиргеология” ААЙның Көньяҡ- көнсығыш геол. разведка экспедицияһы һәм “Башавтотранс” ДУПы филиалдары, “Сибай ҡала типографияһы” ДУПы һ.б. эшләй. С. аша Көньяҡ Урал тимер юлы (Магнитогорск— Сибай участкаһы), Магнитогорск— Ира, Магнитогорск—Йылайыр— Өфө, Аҡъяр—Сибай—Асҡар— Сермән автомобиль юлдары участкалары үтә. СибайБаймаҡсәнәғәт узелына инә. С. БР ФАның Сибай филиалы, БДУныңСибай институты, БДАУҙың Урал аръяғы филиалы, сауҙаиҡт. колледжы, Сибай медицина колледжы, Сибай политехник колледжы, Сибай педагогия колледжы, Сибай сәнғәт колледжы, Статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы филиалы, һөнәрселек лицейы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 8 урта мәктәп, 2 гимназия, 4 лицей, ш. иҫ. Сибай лицейы №9, гимназия-интернат; 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 муз. һәм 2 художество мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, балалар экология-биол. үҙәге, йәш техниктар станцияһы, 7 үҫмерҙәр клубы, ДЮСШ, физкультураһауыҡтырыу комплексы; үҙәк һәм балалар ҡала дауаханалары, наркология, психоневрология һәм туберкулёзға ҡаршы диспансерҙар, СПИД үҙәге; Сибай филармонияһы, Сибай башҡорт драма театры, “Сулпан” башҡ. балалар театры, 9 китапхана, Сибай музейы, Халыҡ ижады йорто, кинотеатр; 2 ҡунаҡхана, Сибай “Тәҡүә” йәмиғ мәсете, сиркәү эшләй. Ҡалала 8 халыҡһәм 7 өлгөлөүҙешмәкәр сәнғәт коллективы бар. Урыҫ телендәСибайский рабочийһәм башҡ. телендә “Атайсал” гәз. сыға. 1938 й. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын разведкалау һәм үҙләштереү ваҡытында эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1955 й. хәҙ. статусын ала. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан: филармония (1957) һәм “Мир” кинотеатры (1960) биналары.

И.В.Голубченко

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Карта: Сибай

СИБАЙ, БРҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡкөнсығышҡа 464 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ- көнбайышҡа табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарағайлы й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны — 154 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 2,4; 1959 — 28,8; 1989 — 47,3; 2002 — 60,1. Милли составы (2002): башҡорттар — 48,3%, урыҫтар — 39,2%, татарҙар — 8,9%. Ҡала составында: Төйәләҫ а. (1,0 мең кеше). Ҡаланың иҡт. нигеҙе — тауҡаҙылма сәнәғәте. С. “Учалы таубайыҡтырыу комбинаты” ААЙның (ҡара: Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинаты) Сибай филиалы, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ, “Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығы”, “Контакт” (2006 й. тиклем) ААЙлары, Сибай электр бүлеү селтәрҙәре (2005 й. тиклем), Урал аръяғы ТЭЦы, “Строймеханизация” ААЙ, Сибай элеваторы, “Сибай икмәге”, “Сибай кондитеры”, “Сибаймясоком” ЯСЙлары, “Урал аръяғы продукттары” ЯАЙ, “Башкиргеология” ААЙның Көньяҡ- көнсығыш геол. разведка экспедицияһы һәм “Башавтотранс” ДУПы филиалдары, “Сибай ҡала типографияһы” ДУПы һ.б. эшләй. С. аша Көньяҡ Урал тимер юлы (Магнитогорск— Сибай участкаһы), Магнитогорск— Ира, Магнитогорск—Йылайыр— Өфө, Аҡъяр—Сибай—Асҡар— Сермән автомобиль юлдары участкалары үтә. СибайБаймаҡсәнәғәт узелына инә. С. БР ФАның Сибай филиалы, БДУныңСибай институты, БДАУҙың Урал аръяғы филиалы, сауҙаиҡт. колледжы, Сибай медицина колледжы, Сибай политехник колледжы, Сибай педагогия колледжы, Сибай сәнғәт колледжы, Статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы филиалы, һөнәрселек лицейы, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 8 урта мәктәп, 2 гимназия, 4 лицей, ш. иҫ. Сибай лицейы №9, гимназия-интернат; 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 муз. һәм 2 художество мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, балалар экология-биол. үҙәге, йәш техниктар станцияһы, 7 үҫмерҙәр клубы, ДЮСШ, физкультураһауыҡтырыу комплексы; үҙәк һәм балалар ҡала дауаханалары, наркология, психоневрология һәм туберкулёзға ҡаршы диспансерҙар, СПИД үҙәге; Сибай филармонияһы, Сибай башҡорт драма театры, “Сулпан” башҡ. балалар театры, 9 китапхана, Сибай музейы, Халыҡ ижады йорто, кинотеатр; 2 ҡунаҡхана, Сибай “Тәҡүә” йәмиғ мәсете, сиркәү эшләй. Ҡалала 8 халыҡһәм 7 өлгөлөүҙешмәкәр сәнғәт коллективы бар. Урыҫ телендәСибайский рабочийһәм башҡ. телендә “Атайсал” гәз. сыға. 1938 й. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығын разведкалау һәм үҙләштереү ваҡытында эшселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1955 й. хәҙ. статусын ала. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан: филармония (1957) һәм “Мир” кинотеатры (1960) биналары.И.В.Голубченко Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика