СӘХӘҮЕТДИНОВА Гөлнар Морат ҡыҙы (19.8.1962, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Химия ин‑тында, 1996 й. алып БР ФА‑ла эшләй; 2007 й. — БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге кардиология һәм мед. генетикаһы мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан БР ауыл халҡының гипертония ауырыуҙары үҫешенә хәүеф факторҙарының тәьҫире өйрәнелә; артериаль гипертензия булған пациенттарҙың тамырҙары үҙгәреүен иртә билдәләү һәм ауырыуҙың үҫешен иҫкәртеү б‑са практик тәҡдимдәр эшләнә, уның ҡатнашлығында глицирризин һәм глутамин к‑талары нигеҙендәге беренсел иммун яуапты һәм үҙенсәлекле булмаған резистентлыҡты көйләгәнпрепарат, генетик факторҙар хәүефлеге б‑са гипертоник ауырыуҙар үҫешен, киҫкен коронар синдромды алдан билдәләү ысулдары эшләнә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лечение артериальной гипертонии и ишемической болезни сердца у лиц пожилого возраста. Уфа, 2001 (авторҙ.); Артериальная гипертония, вопросы диагностики и профилактики. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика