СӘХӘҮЕТДИНОВ Венер Ғәзиз улы (1.1.1939, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Кинйәбай а.), хирург. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), мед. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Сибай ҡала дауаханаһында (1964 й. алып бүлек мөдире), 1966 й. башлап СССР Мед. ФА клиникаларында (Мәскәү) эшләй. 1968 й. алып БДМУ‑ла: 1979 й. башлап колопроктология курсы м‑н факультет хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1981—86 йй. ректор, 2008 й. алып ректор кәңәшсеһе. 1998—2003 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың хеҙмәт, соц. мәсьәләләр һәм һаулыҡ һаҡлау б‑са ком‑т рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге микрохирургия, абдоминаль хирургия, хирургик инфекциялар проблемаларына, остеомиелит, хроник пневмония, йыуан эсәк ауырыуҙары һ.б. диагностикаһын камиллаштырыуға һәм дауалауға арналған. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. БР Президент Советы ағзаһы (1995—99). Почёт (1998), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн“ (2012) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Дивертикулёз толстой кишки. Уфа, 1995 (авторҙ.); Новые подходы выполнения симультанных операций в абдоминальной хирургии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Моя философия жизни. Уфа, 2015.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика