СӘНӘҒӘТ УЗЕЛЫ, транспорт йәһәтенән һәм географик урынлашыуы уртаҡ, халыҡ йәшәгән урындары билдәле бер системала булған һәм үҙ‑ара производство бәйләнештәре м‑н берләшкән сәнәғәт пр‑тиелары төркөмө. С.у. бер ҡала эсендә булыуы мөмкин (моноцентрик), ләкин йышыраҡ эргәһендәге торама пункттар м‑н бергә алынған ҡалалар системаһынан ғибәрәт (полицентрик). С.у. тығыҙ эске производство бәйләнештәре, ш. иҫ. производствоны кооперациялау һәм производствоны комбинациялау, дөйөм производство инфраструктураһы (транспорт, электр һәм газ менән тәьмин итеү, һыу менән тәьмин итеү һ.б.), хас. Башҡарылған функциялары б‑са — эшкәртеү сәнәғәте (структураһы ҡатмарлыраҡ) күп булған, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өҫтөнлөк иткән йәки ҡатнаш типтағы (табыу‑эшкәртеү) С.у., сәнәғәт производствоһының концентрацияланыуы б‑са — эре, уртаса һәм бәләкәй, формалашыу кимәле б‑са төплө, формалашҡан, формалашыусы С.у. айырыла. С.у. төбәк территориаль‑производство комплекстарының нигеҙен тәшкил итә. БР‑ҙа М.Ф.Хисмәтов — 8 (Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Бәләбәй, Октябрьский, Нефтекама, Белорет һәм Сибай С.у.), М.Н.Иҫәнбаев 10 (Өфө, Стәрлетамаҡ‑Салауат, Күмертау‑Мәләүез, Бәләбәй, Дәүләкән‑Раевка, Туймазы‑Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Учалы һәм Сибай‑Баймаҡ) С.у. айыра, улар иҡтисади районлаштырыуҙың нигеҙен барлыҡҡа килтерә (табл. ҡара). Өфө С.у., респ. үҙәгендә урынлашҡан һәм Өфө, Благовещен ҡҡ., ҡала тибындағы Шишмә ҡасабаһын берләштерә (респ. сәнәғәт продукцияһының 40%‑тан ашыуын етештерә). Транспорт йәһәтенән һәм географик яҡтан уңайлы урынлашыуы, баш ҡала функцияларын үтәүе иҫәбенә формалашҡан. Өфөнөң нефть эшкәртеү з‑дтары респ. яғыулыҡ‑энергетика комплексының нигеҙен тәшкил итә. Стәрлетамаҡ‑Салауат С.у., Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡҡ. берләштерә (респ. сәнәғәт продукцияһының 26,2%‑ы). Химик индустрия үҙәге иҫәпләнә. Күмертау‑Мәләүез С.у., Күмертау, Мәләүез ҡҡ. берләштерә (респ. сәнәғәт продукцияһының 4,8%‑ы). Бәләбәй С.у., — Бәләбәй ҡ., ҡала тибындағы Приют ҡасабаһын; Дәүләкән‑Раевка С.у., — Дәүләкән ҡ., Раевка а.; Туймазы‑Октябрьский С.у., — Туймазы, Октябрьский ҡҡ. берләштерә, респ. сәнәғәт продукцияһының 13%‑ын етештерәләр. Нефтекама С.у., Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел ҡҡ. берләштерә (респ. сәнәғәт продукцияһының 14,5%‑ы). Белорет С.у., Белорет ҡ. инә; Учалы С.у., — Учалы ҡ., Учалы а; Сибай‑Баймаҡ С.у., Сибай, Баймаҡ ҡҡ. инә, респ. сәнәғәт продукцияһының 6%‑ын етештерәләр, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте тармаҡтарында махсуслашалар. Тармаҡтары бер‑береһенә яҡын булған һәм үҫешкән, ш. уҡ хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡараған, производство структураһы комплекслы С.у. иҫәбенә — Өфө, Стәрлетамаҡ‑Салауат, Белорет узелдары, производство структураһы тулы булмағандарға Нефтекама, Сибай‑Баймаҡ С.у. инә.

Әҙәб.: Х и с м а т о в М.Ф. Территориальная организация производительных сил Башкирии и пути её совершенствования. Уфа, 1987; И с я н б а е в М.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: проблемы формирования и развития. Уфа, 1995.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт узелдары

Яндекс.Метрика