АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, а.х. продукцияһын етештереү өсөн систематик рәүештә ҡулланылған ер биләмәләре. А.х.е. һөрөнтө ер (ш. иҫ. йәшелсә баҡсалары һәм парҙар), күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртылған ерҙәр (виноградлыҡтар, емеш питомниктары, емеш баҡсалары, еләк баҡсалары һ.б.), ҡалдау ерҙәр (йылдан ашыу сәсеү һәм парға һөрөү өсөн ҡулланылмаған һөрөнтө ер), сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр инә. 2008 й. Башҡортостанда А.х.е. дөйөм майҙаны 7129,8 мең га [а.х. ойошмалары ҡулланылышында — 5022,6, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа — 501,9, граждандарҙа — 280,9], ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 3680,3, сабынлыҡтар — 1252,5, көтөүлектәр — 2364,4, күп йыллыҡ емеш үҫемлектәре ултыртылған ерҙәр 43,2 мең га тәшкил иткән; һуғарылыусы А.х.е. дөйөм майҙаны 43,9 мең га, киптерелгән А.х.е. — 32,3 мең га. А.х.е. һан һәм сифат составы сәнәғәт һәм эске хужалыҡ төҙөлөшө өсөн ер бүлемдәре биреү, баҫыу һаҡлағыс һ.б. үҫентеләр ултыртыу, а.х. яңы ерҙәр ҡулланыу (тупраҡ эрозияһына ҡарши көрәш, мелиорация, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөрөү, тәбиғи мал аҙығы ерҙәрен яҡшыртыу) һ.б. м‑н бәйле рәүештә үҙгәрә.

Ә.Д.Лоҡманова, Х.М.Сафин, Ф.М.Ситдиҡов

Тәрж. М.Н.Моратшина