СӘЛИХОВ Делир Нурзада улы (17.6.1938, Сталинабад), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1998). Тажик ун‑тын тамамлаған (1960, Сталинабад). 1961 й. башлап Геология ин‑тында (Өфө): 1982—2008 йй. магматизм лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1992—2007 йй. фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; 2008 й. алып баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Уралдың магматизмын, вулканизмын, металлогенияһын, геодинамикаһын, геоэкологияһын өйрәнеү м‑н бәйле. С. тарафынан Магнитогорск мегасинклинорийының төп интрузив һәм дайка комплекстары айырып күрһәтелә һәм уларға характеристика бирелә; өҫкө девон һәм аҫҡы карбондың вулкан ҡатламдарына формацион анализ үткәрелә. С. “Башҡортостан Республикаһының файҙалы ҡаҙылмалары” китаптары серияһын баҫмаға әҙерләй (7 китап; 2001—08); С. ҡатнашлығында Көньяҡ Уралдың палеовулканологик карталары төҙөлә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Магматизм и оруденение зоны ранней консолидации Магнитогорской эвгеосинклинали. Уфа, 1984 (авторҙ.); Магматизм и оруденение позднего палеозоя Магнитогорского мегасинклинория. Уфа, 1985 (авторҙ.); Нижнекаменноугольный вулканизм Магнитогорского мегасинклинория. Уфа, 1992 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика