СӘЛӘМӘТ  ЙӘШӘҮ  РӘҮЕШЕ, һаулыҡты һаҡлауға, нығытыуға һәм тергеҙеүгә, эшкә һәләтлектең юғары кимәлен булдырыуға һәм оҙаҡ әүҙем йәшәүгә булышлыҡ итә. С.й.р. төп элементтары: уңайлы хәрәкәт режимы, иммунитетты күнектереү һәм сынығыу, яҡшы туҡланыу һәм рациональ йәшәү режимы, психофизиологик көйләнеш, психосексуаль һәм енси культура, насар ғәҙәттәрҙең булмауы, валеологик үҙ аллы белем алыу. С.й.р. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40—50‑се йй. БДМИ‑ла һәм БДПИ‑ла башлана, 90‑сы йй. комплекслы характер ала. БР ФА‑ның “Башҡортостан Республикаһы халҡы һаулығының дәүләт өҫтөнлөктәре: ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, мед. технологиялары, сәләмәт йәшәү рәүеше” фәнни‑техник программаһы сиктәрендә Медицина университетында һәм Педагогия университетында балаларҙа инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы беренсел иҫкәртеү (Е.Г.Егорова, Н.Н.Егорова, Е.Г.Поварго, Т.Б.Хәйретдинова, С.В.Чуйкин), уҡыусы йәштәрҙә (А.Я.Крюкова,А.Ғ.Моталов,Г.П.Ширяева,Р.С.Низаметдинова), фән һәм мәғариф хеҙм‑рҙәрендә (Крюкова, Р.Р.Халфина, С.Г.Әхмәрова) С.й.р. культураһын булдырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә. Уҡыусыларҙа, студенттарҙа һәм уҡытыусыларҙа С.й.р. формалаштырыу методикалары һәм технологиялары, педагогтарҙы уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу күнекмәләренә өйрәтеү методикалары эшләнә (Г.Ә.Ғаязова, Әхмәрова). Ауыл халҡы һаулығы торошон (Л.Н.Минһажетдинова), нефть сығарыу сәнәғәте эшселәрендә төп инфекцион булмаған һәм һөнәри ауырыуҙар үҫеү хәүефен (Ә.Б.Бәкеров, Г.Г.Ғимранова, Д.Х.Кәлимуллина) баһалау критерийҙары эшләнә һәм индерелә, уҡыусыларҙы туҡландырыуҙың медик‑соц. һәм гигиеник проблемалары, үҫмерҙәрҙә С.й.р. ойоштороуҙа туҡланыуҙы көйләү мәсьәләләре өйрәнелә (Г.А.Вәхитова, Н.А.Дружинина,А.Ғ.Моталов,Т.Р.Зөлҡәрнәев,Г.П.Ширяева). Мәғарифты үҫтереү институтында наркоманияны, алкоголизмды һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүҙең комплекслы программалары эшләнә һәм индерелә (Э.А.Ишбулатова, Ю.И.Юричка, Әхмәрова). Республика мәктәптәрендә 20 б. 90‑сы йй. башында Уҡыусылар һаулығын нығытыуға булышлыҡ итеү үҙәге төбәк моделе (Т.Б.Хәйретдинова, Әхмәрова),90‑сы йй. аҙ. — БР уҡыусыларын гигиеник тәрбиәләү һәм С.й.р. формалаштырыу б‑са респ. программаһы эшләнә һәм индерелә (И.М.Харисова, Әхмәрова); “Матур мәктәп” халыҡ‑ара конкурс‑фестивалендә (Р.М.Әсәҙуллин), инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең интеграция программаһында (Хәйретдинова) ҡатнашалар. 2010 й. БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  тарафынан “Башҡортостан Республикаһы халҡында, алкоголь, тәмәке ҡулланыуҙы кәметеү һәм наркоманияға ҡаршы көрәште индереп, 2011—2015 йй. сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу” респ. маҡсатлы программаһы эшләнә, уға ярашлы БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мед. иҫкәртеү хеҙмәте эшмәкәрлеге камиллаштырыла, уҡыу йорттарында валеологик тәрбиә (ҡара: Валеология), С.й.р. формалаштырыу б‑са сараларҙы ойоштороу‑методик тәьмин итеү программалары, насар ғәҙәттәрҙе, С.й.р. мәсьәләләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мониторингы системалары һ.б. эшләнә һәм индерелә. Республикала сәләмәтлек, сәләмәт туҡланыу, наркоманияны иҫкәртеү һ.б. үҙәктәр эшләй; “Наркотикһыҙ ҡала” (2001 й. ойошторолған), “Әсәләр наркотиктарға ҡаршы” (2003) һ.б. йәмәғәт ойошмалары эшләй. Йыл һайын физкультура‑һауыҡтырыу комплекстары, йөҙөү басс., боҙ һарайҙары һ.б. спорт ҡоролмалары файҙаланыуға тапшырыла. Республика халҡында С.й.р. формалаштырыр өсөн шарттар булдырыуға “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында” (1997), “Башҡортостан Республикаһында тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү тураһында” (2001), “Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында” (2008) закондары; 2010—2014 йй. наркотиктарҙы артыҡ ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу (2009), “Башҡортостан Республикаһында 2010—2014 йй. балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү” (2010) программалары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәшәү сифаты (Һаулыҡ)” проекты  (2010) булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Ахмерова С.Г. Профессиональная деятельность и здоровье педагога. М.,2010.

Н.Н.Егорова, С.Г.Әхмәрова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

 

Яндекс.Метрика