СӘЙФУЛЛИНА Эльвира Иҙрис ҡыҙы (6.2.1959, Ишембай ҡ.), невролог, рентгенолог. Мед. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Республика клиник дауаханаһында эшләй, 1983 й. алып 21‑се дауаханала, 1993 й. — ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында: 1998 й. башлап бүлек мөдире, бер үк ваҡытта Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгеетәксеһе (бөтәһе лә — Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге церебраль инсультты нейровизуаль ысул ярҙамында медикаментоз һәм оператив дауалау һөҙөмтәлелеген күҙәтеүҙе, диагностикалауҙы уйлап сығарыуға һәм камиллаштырыуға арналған. С. ҡатнашлығында ишемия инсульты м‑н ауырыған пациенттар мейеһенең ҡан йөрөшөн баһалау ысулдары, компьютер‑томография ангиографияһы ярҙамында ҡорһаҡ аортаһын, ш. уҡ магнит‑резонанс ирригографияһында йыуан эсәкте тикшереү ысулдары эшләнә. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Аневризмы: атлас исслед. Уфа, 2007 (авторҙ.); Нейровизуализация в диагностике острого церебрального инсульта: атлас исслед. Уфа, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика