СЕРПУХОВ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Визе ярусында ята, башҡорт ярусы м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Серпухов ҡ. исеме м‑н аталған. БР‑ҙа диңгеҙҙәге карбонат һәм терриген‑карбонат ултырмаларынан тора. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар, остракодтар, аммоноидеялар, конодонттар хас. Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға, Уралдың көнбайыш битләүендә — косогор (аҫҡы ярым ярус), протвин, староуткинск (икеһе лә — өҫкө), көнсығыш битләүендә соңғор (аҫҡы), төйәләҫ, чернышев (икеһе лә — өҫкө) төбәк горизонттарына бүленә. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә, Урал алды бөгөлөндә, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә эзбизташтарҙан, доломитланған эзбизташ һәм доломиттарҙан ғибәрәт, ҡалынлығы 200—300 м тиклем. Йылайыр синклинорийында бохарсы свитаһының терриген‑карбонат ҡатламдарынан тора (ҡалынлығы яҡынса 100 м). Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә органоген, йыш ҡына ылымыҡлы эзбизташтарҙан ғибәрәт (400 м тиклем). Респ. көньяҡ‑көнсығышында Урал й. үҙәнендә С.я. цефалопод фациялары үҫешкән (яҡынса 40 м).

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика