СЕРПЕНТИНИТ (лат. serpentinus — йылан), з м е е в и к, метаморфик тау тоҡомо. Mg3[Si2O5](OH)4 составлы серпентин төркөмө минералдары хризотилдан, антигориттан, лизардиттан һәм ромб пироксены б‑са бастит псевдоморфозаларынан тора. Составында тальк, термолит, магнетит, хромит ҡушылмалары бар. Төҫө төрлө төҫмөрлө йәшел. Дуниттарҙың, перидотиттарҙың, пироксениттарҙың, амфиболиттарҙың магматизмдан һуңғы үҙгәреүҙәре (серпентинизация) барышында барлыҡҡа килә. Биҙәү таштары һәм йөҙләү таштары итеп ҡулланыла. С. б‑са ашалыу ҡатлауында силикатлы никель‑кобальт һәм тәбиғи легирланған тимер мәғдәндәре барлыҡҡа килә. БР‑ҙа С. тальк (Әбделҡасим, Пугачёв, Кузьма‑Демьяновка, Кирәбе), асбест (Әбделҡасим һ.б.), магнезит (Ҡалҡан, Шимәрәй), лиственит (Миндәк), нефрит (Кузьма‑Демьяновка; бөтәһе лә — Учалы р‑ны), тимер мәғдәндәре (Переволочан), силикатлы никель мәғдәндәре (Юлбарыҫ; икеһе лә — Хәйбулла р‑ны) ятҡылыҡтары һәм сығыштары м‑н бәйле Ҡыраҡа, Миндәк, Нәрәле, Кирәбе, Һаҡмар, Байғусҡар һ.б. ультраһелтеле массивтарында үҫешкән.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Яндекс.Метрика