СЕРОВ Владимир Николаевич (24.11.1931, Свердловск ҡ.), акушер‑гинеколог. Рәсәй Мед. ФА‑һы акад. (1999), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Горький мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Коми АССР‑ында эшләй. 1961 й. алып И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тында, 1969 й. алып Мәскәү мед. стоматология ин‑ты дауалау ф‑тының акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире. 1995 й. — Рәсәй Мед. ФА‑ның В.И.Кулаков ис. Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология фәнни үҙәгендә: фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2005 й. алып бүлек мөдире. 1972—97 йй. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер‑гинекологы. Фәнни эшмәкәрлеге акушерлыҡ һәм гинекологияла кисектергеһеҙ хәлдәр (күпләп ҡан китеү, сепсис, перитонит, преэклампсия һ.б.), экстрагениталь ауырыуҙар булғанда, ш. иҫ. йөрәк‑ҡан тамырҙары, гинекологик эндокринология, гиперпластик процестар һәм эндометрийҙың рак алды, ҡатын‑ҡыҙҙарҙа репродуктив функцияның боҙолоуы, йөклөлөк патологияһы проблемаларына арналған. С. тарафынан әсәләр үлеменең юғары хәүефен баһалау концепцияһы нигеҙләнгән һәм уны иҫкәртеү саралары тәҡдим ителгән. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. “Журнал Российского общества акушеров‑гинекологов” (“Рәсәй акушер‑гинекологтары йәмғиәте журналы”; 1991 й. алып) ж. баш мөхәррире. Рәсәй акушер‑гинекологтары йәмғиәте президенты (1997—2003 йй. һәм 2008 й. башлап). РФ Хөкүмәте пр. (2002), В.Ф.Снегирёв ис. пр. (1987) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1990).

    Хеҙм.: Рациональная фармакотерапия в акушерстве и гинекологии. М., 2005 (авторҙ.); Гинекология. М., 2008 (авторҙ.); Немедикаментозная терапия патологии репродукции. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика