СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  у й п а т л ы ғ ы, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  а в л а к о г е н ы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. И.С.Огаринов (1957) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Субкиңлек йүнәлешле. БР‑ҙа С.‑А.б. төп өлөшө үҫешкән. Нигеҙ ятҡан тәрәнлек — 6 км. Терриген ултырма тоҡомдарҙан ғибәрәт. Р.О.Хачатрян һ.б. фекере б‑са, С.‑А.б. көнсығышта Дәүләкән‑Талбазы биләне м‑н сикләнә. Сейсморазведка мәғлүмәттәре б‑са, Волга‑Урал антеклизаһының архей нигеҙен Татар, Пермь‑Башҡ., Ырымбур һәм Жигули‑Пугачёв көмбәҙҙәренә (улар араһында Кама-Ағиҙел бөгөлө һәм һуңыраҡ йоҡа континенталь ҡатламлы С.‑А.б. формалаша) бүлгән кристалл нигеҙ ярыҡтары буйлап иртә протерозойҙа барлыҡҡа килә. Аҫҡы һәм урта рифейҙа Мәләкәҫ—Байтуған—Туймазы—Бәләбәй дуғаһы буйлап һуҙылған һәм төньяҡтараҡ Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш битләүе м‑н ҡушылған грабенды кәүҙәләндерә. Һуңыраҡ С.‑А.б. ҡыҫҡара һәм Мәләкәҫ—Шкапов күсәре буйлап киңлек йүнәлешен ала. Вендта С.‑А.б. һөҙәгәйә, палеозойҙа күҙәтелмәй. Нефтле булыу перспективалары өҫкө кембрий алды ултырмалары м‑н бәйле, ләкин параметрик быраулау б‑са геохимик шарттар һәм ҡаплауыс тау тоҡомдарының лито‑фациаль характеристикалары уңайһыҙ булыуы асыҡлана.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика