СЕРАФИМОВКА НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, респ. көнбайыш өлөшөндә Туймазы р-ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙенең төньяҡ-көнбайыш киңлектәге антиклиналь ҡалҡыулығына тура килә. Оҙонлоғо 34 км, киңлеге 16 км. Ятыштары көмбәҙле, структуралы, структуралы-литологик. Бобрик горизонтының терриген ҡатламдары, турней ярусы, фамен ярусының карбонатлы ултырмалары нефтле; ятыш тәрәнлеге яҡынса 330 м; девондың терриген ҡатламдары (паший, мулла, иҫке оскол горизонт тау тоҡомо) тәрәнлеге яҡынса 1730 м. Төп запастары (96,8%) девон терриген ҡатламдарына тура килә, уларҙың 70%-ы паший горизонтының ҡатламдарында туплана. Нефть сифаты уртаса (тығыҙлығы 0,777—0,866 г/см3), түбән йәбешкәкле (1,45—2,43 МПа•с), көкөртлө (яҡынса 1,5%), парафинлы, газ факторы 51,8— 64,7 м33; нефттең уртаса дебиты тәүлегенә 1,04 т, шыйыҡсаныҡы — 417,9 т. 1949 й. асыла һәм үҙләштереүгә индерелә. “Башнефть” АНК “Башнефть—Өфө” филиалы үҙләштерә. 606 скважина бырауланған, 73 млн т ашыу нефть сығарылған.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика