СЕРАВКИН Игорь Борисович (8.6. 1935, Воронеж ҡ.), инженер‑геолог- разведкалаусы. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1983). Воронеж ун‑тын тамамлаған (1959). 1962 й. алып Геология ин‑тында: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лаб. өлкән лаборанты, 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — палеовулканология һәм металлогения лаб. мөдире, 2009 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, металлогения һәм палеовулканология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. С. тарафынан вулканоген магматик формацияларҙың үҙенсәлектәре асыҡлана, Көньяҡ Уралдың металлогеник бүлкәттәре һәм мәғдәнле вулкан структуралары айырып күрһәтелә; баймаҡ, домбаровка һәм урал тибындағы колчеданлы ятҡылыҡтарҙың моделдәре эшләнә, палеовулканологик һәм геодинамик реконструкциялар методикаһы, Уралда вулканизм үҫешенең моделе уйлап табыла; Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлә. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986; Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001 (авторҙ.); Металлогения Южного Урала и Центрального Казахстана. Уфа, 2010.

З.Ф.Үләмәева

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика