СЕМЁНОВ Владимир Дмитриевич (10.1.1938, Орехово‑Зуево ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1978). Мәскәү геол.‑разведка ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) Ырымбур терр. геол. идаралығында эшләй: отряд нач., партияның өлкән геофизигы. 1969 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑ның Башҡ‑н геофизика экспедицияһының өлкән геофизигы, партия нач., баш геофизигы, 1985 й. — Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тының (Октябрьский ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1997 й. — «“Соран” тау компанияһы» ААЙ‑ның (Белорет р‑ны Ишле а.) өлкән геофизигы; 2000—03 йй. “УралГЕО” ЯСЙ‑ның (Өфө) тематик төркөмө начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтарының разведка геофизикаһы м‑н бәйле. С. тарафынан ер өҫтө скважиналары электроразведкаһы технологиялары уйлап табыла һәм ғәмәлгә индерелә: зарядтың бәләкәй масштаблы электрометрик һәм магнит ҡырҙарын үлсәп башҡарылған ысулдары һ.б. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын һәм Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

Хеҙм.: Электроразведка методом заряда. М., 1987 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Яндекс.Метрика