СЕЙӘЛЕ‑ӘТӘС ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Сейәле-Әтәс а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Баҙы й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Квартерҙың эоплейстоцен ултырмалары Сейәле- Әтәс горизонтының һәм неогендың аҡсағыл ярусының төп геол. киҫелеше булып тора; дөйөм ҡеүәте 21 м. Составында ҡомташ һәм ҡырсынташлыҡ булған төрлө төҫтәге балсыҡтан ғибәрәт. Ҡатламдарҙа сельдь һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре табылған. Тәүге тапҡыр Ф.Н.Чернышёв тасуирлай (1887), Г.В.Вахрушев тикшерә (1923).

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.