ПРОДУКЦИЯНЫҢ ҮҘҠИММӘТЕ, продукция етештереүгә һәм һатыуға киткән аҡсалата сығымдар (ҡара: Етештереү сығымдары). Хужалыҡты алып барыу ресурстарҙы ҡулланыу интенсивлығын күрһәтә. Баҙарҙа тауарҙың конкуренцияға һәләтлелегенә һәм пр‑тиеның финанс‑иҡт. хәленә тәьҫир иткән иң мөһим күрһәткес. Барлыҡ сығымдарҙың иҫәбен алып барырға һәм контролдә тоторға ярҙам итә, хаҡ яһалышының, рентабеллекте билдәләүҙең һәм һалымдар иҫәпләп сығарыуҙың нигеҙен тәшкил итә, инвестицияларҙы иҡтисади яҡтан нигеҙләү өсөн хеҙмәт итә. Күләменә ярашлы продукцияның айырым төрө һәм берәмегенең үҙҡиммәте айырыла. Сығымдарға ҡарап — технологик, етештереү һәм тулы (коммерция) П.ү., мәғлүмәттәрҙе иҫәпләп сығарыу өсөн ҡулланылған сығымдарға ҡарап — планлы (нормативтар б‑са иҫәпләнә), отчётлы, йәки фактик (пр‑тиеның иҫәп материалдары б‑са) провизорлы, йәки алдағы (фактик мәғлүмәттәр б‑са 3‑сө кварталға һәм көтөлгән 4‑се кварталға) П.ү. була. Зона П.ү. билдәле бер зонала булған сығымдар кимәле м‑н билдәләнә һәм производствоны терр. урынлаштырыуға нигеҙ була; тармаҡ П.ү. билдәле бер продукция төрөн сығарған пр‑тиеларҙың уртаса үлсәнгән сығымдар дәүмәле м‑н билдәләнә. П.ү. продукция сығарыуҙы арттырыу һәм уны етештереү өсөн сығымдарҙы кәметеү һөҙөмтәһендә аҙыраҡ булыуы мөмкин. Продукцияның 1 һумына киткән сығымдар — П.ү. дөйөм күрһәткесе (тикшерелгән осорҙа етештерелгән продукцияның күләме хаҡына ҡарата үҙҡиммәттең мөнәсәбәте м‑н билдәләнә; тиндәрҙә иҫәпләнә), мәҫ., 2007 й. БР‑ҙа сығымдар түбәндәгесә була: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу — 77,5, эшкәртеү производстволары — 87,8, электр энергияһы, газ, һыу етештереү һәм бүлеү — 86,5. П.ү. структураһы табл. күрһәтелгән.

Н.Т.Рафиҡова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Башҡортостан Республикаһында продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән сығымдар структураһы  (2007), (%)

 

Бөтәһе производствоға һәм тауарҙы һатыуға

шул иҫәптән сығымдар:

материаль

эш өсөн түләү

берҙәм социаль һалым

төп фондтарҙы амортизациялауға

башҡалар

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу

100

30,9

12,1

2,6

6,8

47,6

Эшкәртеү производстволары

100

80,6

9,7

2,2

2

5,5

Электр энергияһын, газды, һыуҙы етештереү һәм бүлеү

100

59,9

16,6

3,1

4,9

15,5

Яндекс.Метрика