САФИУЛЛИН Радик Ғәзиз улы (15.4.1953, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БДУ‑ны тамамлаған (1975), 1979 й. алып шунда уҡ эшләй: 1989 й. башлап иҡт. география каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2007 йй. география ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге география теорияһы һәм методологияһы, иҡт.‑геогр. районлаштырыу, һөҙөмтәле төбәк үҫеше, терр‑яларҙың конкуренцияға һәләтлеге һәм географияла кластер анализы теориялары, сәнәғәт һәм тәбиғәтте файҙаланыу географияһы м‑н бәйле. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Эффективность территориальных промышленных систем Республики Башкортостан: экономико‑географический подход. Ч.1. Уфа, 1995.

И.В.Закиров

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика