АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, агросәнәғәт комплексының үҙәк звеноһы, матди етештереүҙең халыҡты аҙыҡ‑түлек, сәнәғәтте сеймал м‑н тәьмин итеүсе мөһим тармағы; үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын алыу өсөн а.х. культураларын эшкәртеү һәм а.х. малдарын үрсетеү. А.х. ш. уҡ үҫемлек һәм хайуан продукттарын беренсел эшкәртеүҙең күп төрҙәре инә. А.х. етештереү процестары: тупраҡ эшкәртеү, сәсеү, уңыш йыйыу, үҫемлектәр селекцияһы, малдарҙың яңы тоҡомдарын сығарыу, малдарҙы ҡарау, уларҙы хужалыҡта ҡулланыу, а.х. продукцияһын беренсел эшкәртеү һәм һаҡлау һ.б. А.х. өсөн агросәнәғәт интеграцияһы хас. Башҡортостанда А.х. үҫеше ҡулланыусы (яңғыҙаҡ хужалыҡ алып барыу осоро, 1935 й. тиклем; коллектив хужалыҡ алып барыу осоронда план‑ҡулланыусы, 1936—57) һәм тауар (план‑тауар осоро, 1958—93; баҙар осоро, 1994 й. алып) этаптарына бүленә. 80‑се йй. аҙ. ҡарай илдә кире тенденцияларҙың көсәйеүе һәм адм.‑команда системаһы кризисы иҡтисади реформалар зарурлығын күрһә­тә. 1992 й. алып баҙар иҡтисадына күсеү м‑н, а.х. ойоштороуҙың төрлө ойоштороу‑хоҡуҡи формаларында колхоз һәм совхоздарҙы үҙгәртеп ҡороу башлана, фермерҙар хәрәкәте үҫешә. 2011 й. башына ҡарата респ. а.х. продукцияһын етештереү б‑са 1017 ойошма (17 дәүләт пр‑тиеһы, 28 ААЙ, 6 ЯАЙ, 3 вәкиллек һәм филиал, 5 коммандит ширҡәт, 619 ЯСЙ, 286 АХПК, 3 КХА), 4214 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 588 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡэшләгән. А.х. мәшғүл булыусыларҙың уртаса йыллыҡ һаны (мең кеше): 1990 й. — 345; 2001 — 298,3; 2007 — 285,6; 2008 — 263,8; 2009 — 276,3. 2010 й. респ. иҡтисадында мәшғүл булыусыларҙың уртаса йыллыҡ һанында а.х. эшселәренең тотҡан урыны 15,5%, уртаса айлыҡ эш хаҡы — 8011 һум. РФ‑тың бөтә а.х. продукцияһының 4%‑ы БР‑ҙа етештерелгән, был ғәмәлдә булған хаҡтарҙа 103832,5 млн һум, шуның 41,3%‑ы — үҫемлекселек, 58,7%‑ы — малсылыҡ продукцияһы. Тармаҡта етештерелгән продукцияның дөйөм күләменең 30,9%‑ы а.х. ойошмалары өлөшөнә тура килә, халыҡ хужалыҡтары — 64,3%, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары — 4,8%. Бөтә категория хужалыҡтарында а.х. продукцияһын етештереү динамикаһы табл. бирелгән. Респ. ауыл хужалығын алып барыу системаһы билдәле бер үҙенсәлектәре булған 6 ауыл хужалығы зонаһына бүленә (ҡара: Агросәнәғәт райондары). Тупраҡ‑климат шарттары иген культуралары, техник культуралар, мал аҙығы культуралары, картуф һәм йәшелсә культураларын үҫтерергә мөмкинлек бирә. А.х. иген һәм ит‑һөт етештереүгә махсуслашҡан, сөгөлдөр үҫтереү алға киткән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны (мең га) — 7126,6, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 3669,1, мал аҙығы ерҙәре — 3414,6; а.х. ойошмалары файҙаланыуында — 5038, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 482,6, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа — 281. Сәсеүлектәр майҙаны (мең га) — 3147, ш. иҫ. иген сәсеүлектәре — 1761, техник культуралар — 243, картуф һәм йәшелсә — 110, мал аҙығы культуралары — 1033. Сәнәғәт сөгөлдөрө ултыртыу зонаһы үҙәк, көньяҡ һәм көнбайыш өлөштәрҙә урынлашҡан 27 район терр‑яһын биләй; һатыу өсөн көнбағыш етештереү м‑н көньяҡ‑көнбайыш район хужалыҡтары шөғөлләнә. Йәшелсәселек һәм емешселек үҫешә: 2009 й. 385 мең т йәшелсә (1995 й. — 228), 579,9 (201,7) мең т емеш‑еләк йыйып алынған. А.х. продукцияһы етештереү структураһында иген өлөшө (%) 10,6 тәшкил итә, ит — 28,0, һөт — 24,4, картуф — 13,3, йәшелсә — 9,1, йомортҡа — 2,9, техник культуралар — 2,8, мал аҙығы — 2,4, емеш‑еләк — 2,3. Уңдырышлылыҡ (ц/ га): иген — 22,7 (1995 й. — 13,2), шәкәр сөгөлдөрө — 253,9 (143,9), көнбағыш — 12,1 (6,6), картуф — 149,5 (92,5), йәшелсә — 99,4 (105,0). Үҫемлекселек продукцияһы етештереүҙең артыуы а.х. культураларының уңдырышлылығын күтәреү иҫәбенә тәьмин ителә.1987 й. 347,6 мең т (82 кг/га) минераль ашлама ҡулланылған, 2009 й. — 55,4 мең т (21 кг/га); 2009 й. — 3665,0 мең т (1,4 т/га) органик ашлама. Иген, техник һәм мал аҙығы культураларының төп етештереүселәре — а.х. пр‑тиелары, картуф һәм йәшелсәне башлыса халыҡ етештерә. Ауыл хужалығын механизациялау ғәмәлгә ашырыла. 2010 й. 15,8 мең трактор (1917 й. Өфө губ. — 7 трактор), 3,4 мең иген урыу комбайны иҫәпләнгән. 2009 й. Рәсәйҙәге малс‑ҡ продукцияһы өлөшөнә дөйөм ит етештереүҙең 4,3%‑ы һәм һөт етештереүҙең 7,6%‑ы БР‑ға тура килгән. Төп тармаҡ — малсылыҡ [2010 й. һуғым өсөн дөйөм мал һәм ҡош етештереүҙең 60,5%‑ы (тере ауырлығында)], ш. уҡ сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ интенсив рәүештә үҫешә. Респ. малсылығы үҙенсәлеген йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ билдәләй. 2010 й. башына ҡарай бөтә категория хужалыҡтарында аҫралған (мең баш): һыйыр малы — 1753,6 (1916 й. м‑н сағыштырғанда 1,6 тапҡырға артҡан), ш. иҫ. һыйыр — 670,3 (1,2), сусҡа — 597,9 (2,0), һарыҡ һәм кәзә — 906,0 (3,9 тапҡырға кәмегән), йылҡы — 161,9 (6,2). 1990 й. тиклем ит һәм һөт етештереүҙең тотороҡло үҫеше күҙәтелгән. Хаҡтар системаһы, хөкүмәттең А.х. ярҙам итеүе малс‑ҡтың рентабеллеген тәьмин итә. Баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү ауылдың финанс‑иҡт. хәле насарайыуына, мал һанының (һыйыр малы — 15,9%‑ҡа, сусҡа — 49,9%, һарыҡ һәм кәзә — 63,5%, йылҡы малы — 33%), ит етештереү күләменең 18,7%‑ҡа, йөн етештереүҙең 64,8%‑ҡа кәмеүенә килтерә. 2009 й. бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3852 кг (1995 й. — 2144 кг) тәшкил иткән, тауыҡтарҙың йомортҡа һалыусанлығы — 310 йомортҡа (253). Һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 428 г (1995 й. — 345 г) еткән, сусҡаныҡы — 400 г (166 г). 2008 й. алып респ. 2008—12 йй. осорона эшләнгән Ауыл хужалығын үҫтереү һәм а.х. продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ‑түлек баҙарҙарын көйләү программаһын ғәмәлгә ашырыу бара. 2006 й. А.х. торошоноң реаль картинаһын алырға, һәр бер А.х. тауары етештереүсеһенең етештереү процесына индергән өлөшөн баһаларға, тармаҡтың үҫеш перспективаларын билдәләргә мөмкинлек биргән Бөтә Рәсәй А.х. иҫәбен алыу үткәрелә. А.х. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Биология институтында, Ауыл хужалығы институтында, 9 тәж.‑производство хужалығында алып барыла. Кадрҙар әҙерләү Аграр университетта, Башҡ‑н АСК кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑тында ғәмәлгә ашырыла.

Р.А.Борханов