САФИН Станислав Ғәзиз улы (17.6.1950, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Еҙем‑Ҡаран а.), физик. Техник ф. д‑ры (2008), проф. (2008). БДУ‑ны (1975), Свердловск халыҡ хужалығы ин‑тын (1988) тамамлаған. 1975 й. алып “Татнефть” ПБ‑ның “Азнакаевскнефть” НГДУ‑һы инженеры, 1977 й. — “Нижневартовскнефтегаз” ПБ‑ның өлкән инженеры, лаб. мөдире, 1982 й. — “Повхнефть" НГДУ‑һының лаб. мөдире, 1986 й. — “Ноябрьскнефтегаз" ААЙ‑нда: 1998 й. “Заполярнефть" НГДУ‑һының баш геологы, 1999 й. НоябрьскНИПИнефтегаз дир. урынбаҫары. 2000 й. башлап “Архангельскгеолдобыча” ААЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары, 2001 й. — Архангельск өлк. хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2002 й. — “Поморнефтегаз” ЯСЙ‑ның ген. дир., 2004 й. — Архангельск техник ун‑тында. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть‑газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н бәйле. С. тарафынан нефть м‑н туйындырылып бөтмәгән ҡатламдарҙан нефть сығарыу һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың геотехнологик нигеҙҙәре эшләнә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Механизмы формирования и технологии ограничения водопритоков. М., 2005 (авторҙ.); Разработка составов для интенсификации нефтедобычи. Архангельск, 2005 (авторҙ.); Геотехнологические основы повышения эффективности недонасыщенных нефтью пластов. Архангельск, 2009.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика