САФКӨМӨШ, саф элементтар класы минералы, Ag. С.к. Ag миҡдары 98—99%. Алтын, һөрмә, висмут, мышаяҡ, баҡыр, тимер, цинк ҡушылмалары бар. Төрҙәре: кюстелит (Au 10%‑ҡа тиклем), конгсбергит, аркверит, бордозит (Au 5,13%‑ҡа һәм Hg 30%‑ҡа тиклем), анимикит, алларгентум (Au 11%‑ҡа һәм Sb 15%‑ҡа тиклем), чиленит (Bi 5%‑ҡа тиклем), баҡырлы көмөш. Кристалдары куб һәм кубоктаэдр формаһында. Бүленде формалары: пластинкалар, бөртөктәр, сәс һымаҡ һөлдәләр һәм дендриттар. Төҫө аҡ, яңы һынған урында көслө, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2,5—3, тығыҙлығы 10100—11100 кг/м3. Һынылышы ырғаҡлы‑шыраулы; еңел сүкелә, йомшаҡ. Гидротермаль ятҡылыҡтарҙа һәм ҡурғаш‑цинк, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында, һирәк осраҡта аллювиаль ишелмәләрҙә таралған. Көмөшкә ҡиммәтле мәғдән. БР‑ҙа колчедан ятҡылыҡтарының борнитлы һәм баритланған мәғдәндәрендә осрай, уларҙа тоноҡ мәғдәндә һәм штромейеритта ваҡ ҡына инештәр барлыҡҡа килтерә; электрумда тарҡалыуҙың пластинкалы структуралары рәүешендә С.к. айырым бер табышы билдәле (Баймаҡ р‑нындағы алтын‑полиметалл ятҡылыҡтары). Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығының “тимер эшләпәһе” нигеҙендә С.к. бөртөктәр (0,5 мм тиклем) һәм ойошҡан киҫәктәр (2—3 мм тиклем) рәүешендә күҙәтелә. 20 б. 50‑се йй. Башҡорт мегантиклинорийында С.к. Г.Б.Яковлев (Бөркөт, Балтатау) һәм О.А.Осетров (Үрге Арша ятҡылығы; бөтәһе лә — Белорет р‑ны) тарафынан табыла.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика