САФ АЛТЫН, саф элементтар класы минералы, Au. Көмөш м‑н (43%‑ҡа тиклем) тәбиғи иретмә рәүешендә осрай. Составында баҡыр, тимер, ҡурғаш, һирәк осраҡта висмут, терегөмөш, ағалтын, марганец һ.б. ҡушылмалар бар. 43%‑ҡа тиклем родий (родит), 20%‑ҡа тиклем баҡыр (купроаурит), 4%‑ҡа тиклем висмут (висмутаурит), платиноид (ағалтынлы һәм иридийлы), палладий (порпецит) миҡдары юғары булған төрҙәре, тәбиғи амальгамалар айырыла. Октаэдр, ромб формаһындағы додекаэдр рәүешендә куб сингонияһында кристаллана. Бүленде формалары кристаллы, дендрит, пластинка һымаҡ, табаҡлы, тәңкәле, сымлы, бөртөклө. Төҫө сағыу һары, ҡушылмаларына бәйле — тоноҡ һары, ҡыҙғылт, йәшкелт. Ҡатылығы 2,5, тығыҙлығы 1550—1930 кг/м3, йәбешкәклеге юҡ. Йомшаҡ, еңел сүкелә. Ауырлығы 5 г күберәк булған тәбиғи киҫәктәр самородок тип атала. Гидротермаль, сульфид ятҡылыҡтарында һәм ишелмәләрҙә туплана. С.а. һәм уның иретмәләре зәргәр изделиелары эшләүҙә, аҡса, миҙалдар һуғыуҙа; электротехникала, стоматологияла һ.б. ҡулланыла. Рәсәйҙә иң ҙур “Ҙур өсмөйөш” самородогы (ауырлығы 36,2 кг) 1842 й. Царёв‑Александровск приискыһында (ҡара: Мейәс алтын приискылары) Ташҡутарған й. буйында табылған; 1992 й. Баймаҡ р‑ны Күсей а. янында “Ирәндек айыуы” самородогы (4,79 кг); Учалы р‑нында Миндәк, Мейәс йй. басс. бик күп самородоктар (1 кг тиклем) табыла.

Әҙәб.: 200 лет золотой промышленности Урала. Свердловск, 1948.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика