САРУА КҮЛЕ, Һалдыбаш й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Саруа а. ситендә ята. Убылған карст соҡороноң ауыш каналы төбөндә (Сауыллы й. ҡоя) урынлашҡан воклюз тибындағы һыу сығанағынан барлыҡҡа килгән. Аҫҡы пермдең һаҡмар һәм әртә ярустары тоҡомдарында формалашҡан; соҡоро һуҙылған, уйһыу. Ағар күл. Көнсығыш ярҙары текә, таулы, урман м‑н ҡапланған, көнбайышы — тигеҙ, асыҡ туғай. Тирә‑яҡ ландшафы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандан тора. Күлдә БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән европа бәрҙеһе йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика