САҢҒЫТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Ағиҙел й. киңлек бүлеменән Ҡуҡрауыҡ й. (Ағиҙел ҡушылдығы) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 10 км, киңлеге 1—4 км, абс. бейеклеге 655 м. Бейеклектәре 599—655 м булған 3 түбәһе бар. Рельефы тәпәш таулы; көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышта — һөҙәк. Аҫҡы карбондың эзбизташтарынан, ҡомташтарынан, доломиттарынан, һәүерташтарынан һ.б. тоҡомдарынан тора. Һыртта Ағиҙел ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман‑тау тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы кәкре олонло имәнлектәрҙән, имән‑ҡыҫҡа ағаслы урмандарҙан ғибәрәт. Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика