“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сент. Өфөлә төрки телендә сыға. “Шәреҡ” һәм “Тормош” гәз. типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы м‑н нәшер ителә. А.х., хәрби һәм халыҡ‑ара темаларға мәҡәләләр баҫыла. Сент. “Ирек” һәм “Һалдат теләге” гәз. м‑н берләшә һәм “Беҙҙең юл” исеме м‑н сыға башлай.

Тәрж. Р.М.Шәрипова