САННИКОВ Рәшит Хәйбулла улы (24.3.1942, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Ҡалмаҡҡол а.), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. С. тарафынан быраулағанда, ш. иҫ. үткәреүсән тоҡомдарҙың тулҡынлы һәм өйөрмәле кольматацияһы ваҡытында, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар м‑н көрәшеү ысулдары һәм техник саралары эшләнә. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары, 21 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Статистическая обработка промысловых данных. Уфа, 2003 (авторҙ.); Технология бурения нефтяных и газовых скважин. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика