САНКТ-ПЕТЕРБУРГ, Рәсәй Федерацияһы субъекты. РФ‑тың төньяҡ-көнбайышында Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығы ярында, Нева й. буйында урынлашҡан. 1703 й. Пётр Iтарафынан нигеҙ һалына. 1712—1918 йй. Рәсәй империяһының баш ҡалаһы һәм Рәсәй императорҙарының резиденцияһы. 1703 й. алып С.‑П., 1914 й. — Петроград, 1924 й. — Ленинград, 1991 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. 18 адм. райондан тора. Төньяҡ-Көнбайыш федераль округҡа инә. Майҙаны — 1439 км2. Халҡы — 4,7 млн кеше, ш. иҫ. 2400 башҡорт (2002). Халҡының тығыҙлығы — 3267,5 кеше/км2. Милли составы (%): урыҫтар — 84,7, украиндар — 1,87, белорустар — 1,17. Башҡортостандың С.‑П. м‑н тарихи бәйләнештәре Рәсәй империяһы м‑н мөнәсәбәттәр cиктәрендә үҫешкән. С.‑П. Академик экспедициялар ойошторолған. 1774 й. тау сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов инициативаһы м‑н тау училищеһы (хәҙ. Г.В.Плеханов ис. Петербург тау ин‑ты) асыла. 19 б. башҡ. отрядтары С.‑П. полиция хеҙмәтен алып барған. 19 б. 1‑се ярт. башлап Өфө һәм Ырымбур губ. С.‑П. металл һәм мамыҡ изделиелар, икмәк ташығандар, мәҫ., 1894 й. Дәүләкән т. юл ст. 65270 бот иген, һыу юлы буйлап Николо-Берёзовка а. — 193, Табын а. — 25, Ағиҙел й. Ям пристаненән — 107 мең бот иген ебәрелгән. Граждандар һуғышы ваҡытында Өфө губ. Петроград балалары өсөн колониялар булған. Көнсығыш фронтта Петроградта ойошторолған берләшмә һәм частар һуғышҡан; Өфөнө аҡ гвардиясыларҙан азат итеүҙә — 229‑сы Петроград полкы, 1919 й. Петроградты Н.Н.Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлауҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы һәм Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан, АСБР Петроград халҡына аҙыҡ-түлек м‑н ярҙам иткән. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составына Ленинград ғалимдары ингән; сәнәғәт пр‑тиелары (Өфө моторҙар эшләү з‑ды, Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары) проекттарын төҙөүҙә Ленинградтағы проект ойошмалары ҡатнашҡан; Ленинград юғары баҫымдар ин‑тында юғары көкөртлө Ишембай нефтен эшкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградтан БАССР‑ға 688‑се Ленинград з‑ды, моторҙар эшләүсе заводтарҙың ҡорамалдары, “Ҡыҙыл таң” з‑дының (ҡара: “БЭТО”) элемтә аппараттары сығарыу цехы, Ленинград керамика ҒТИ, Ленинград артиллерия училищеһы, ҡорос прокатлау з‑ды эвакуацияланған. БАССР‑ҙа ойошторолған 120‑се миномёт полкы һәм 197‑се туп артиллерияһы полкы Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан. Өфөлә Лениград поэзияһы аҙнаһы (1964), С.‑П. — әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре (1964, 1969, 2001), Б.Ф.Домашниковтың (1963, 1972), А.Э.Тюлькиндың (1963), Ғ.Ш.Имашеваның (1973, 1975), Ә.Ф.Лотфуллиндың (1997) персональ күргәҙмәләре үткәрелгән, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығына арнап Рәсәйҙең Европа өлөшө һәм Европа илдәре башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) уҙғарылған, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме”, “XIX б. — XX б. башының оригиналь графикаһы”, “Ҡурай тажы” балалар сәнғәте ижады күргәҙмәһе, “Минең ерем — Башҡортостан” фотокүргәҙмәһе һ.б. ойошторолған. БР Хөкүмәте м‑н С.‑П. Хакимиәте араһында сауҙа-иҡт., фәнни-техник, мәҙәни һәм соц. өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек т‑да килешеүҙәргә (1997, 2005), мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек т‑дағы хөкүмәт-ара килешеүҙәргә (2005—07) ҡул ҡуйылған. 1997 й. алып С.‑П. БР‑ҙың Даими вәкиллеге эшләй. БР м‑н С.‑П. араһындағы сауҙа әйләнеше 2005 й. 2,1 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән. С.‑П. делегаттары 1‑се һәм 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары (конгресы) эшендә ҡатнашҡан. 2008 й. С.‑П. ун‑тының шәреҡ ф‑тында Әхмәтзәки Вәлиди ис. Төрки халыҡтарҙы өйрәнеү үҙәге асыла (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов) һәм шунда уҡ уға һәйкәл ҡуйыла. С.‑П. “Башҡортостан” С.‑Петербург йәмәғәт ойошмаһы (1989 й. алып), “Шишмә” башҡ.‑татар йәмғиәте (1995 й. алып), “Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы” (1996 й. алып), “Петербург һабантуйы” фонды (1998 й. алып), “Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” (2005 й. алып), “Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының башҡорт йәмғиәте” (2006 й. алып) һ.б. эшләй; йыл һайын һабантуй үткәрелә (1994 й. алып).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика