САНДУРСКИЙ Богуслав Флорионович (2.1.1930, Украина ССР‑ының Яңы Бубновка а.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1990), РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1991), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1980), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1992). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының өлкән мастеры, инженер‑механигы; 1959 й. алып “Арланнефть” НГДУ‑һының баш механигы, партия ком‑ты секретары; 1972 й. — “Южарланнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, нач.; 1984 й. — “Башнефть” ПБ‑ның ген. дир. урынбаҫары, 1985—93 йй. ген. директоры. С. етәкс. нефткә һәм газға геология‑разведка эштәре, респ., Көнбайыш Себерҙең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм төҙөкләндереү ойошторола. 10 фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. СССР ЮС‑ының 12‑се, БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика