СӘМИҒУЛЛИН Әнүәр Сәмиғулла улы [20.4.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әгертамаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны, — 19.8.2006, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимиря- зев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1941), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1954) тамамлаған. 1946—51 йй. һәм 1954—57 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй (1955 й. алып “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының партия ком‑ты секретары), 1960 й. башлап СССР ФА БФ‑та: 1961 й. алып ғилми секретарь, 1964 й. — сектор мөдире; 1967—87 йй. ӨНИ‑лә (1969—72 йй. һәм 1974—78 йй. инженерлыҡ‑иҡт. ф‑ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре респ. нефть сығарыу һәм газ сәнәғәтен үҫтереү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Башҡортостанда нефть сығарыу промышленносенең үҫеше. Өфө, 1960; Экономика, организация и планирование производства на предприятиях нефтяной и газовой промышленности. М., 1990 (авторҙ.).

З.Ә.Сәмиғуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика