СӘЛИМОВ Сәбих Мөхәмәҙиә улы [7.11.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Туғай а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) – 22 12.1997, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972). 1954 й. алып Яңы Өфө НЭЗ-ында оператор ярҙамсыһы, 1957–96 йй. “Уфанефтехим” ААЙ-нда өлкән оператор булып эшләй. “Уфанефтехим” пр‑тиеһында нефтте беренсел эшкәртеүгә әҙерләү б-са ҡулайлама төҙөүҙә һәм файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнаша. Ленин (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м-н бүләкләнгән. 

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Яндекс.Метрика