САЛАУАТ ЮЛАЕВ МӘМЕРЙӘҺЕ, Емерек таш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Маҡар а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5,7 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендәге Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе. Оҙонлоғо 35 м, уртаса киңлеге 2,3 м, уртаса бейеклеге 2 м, амплитудаһы 12 м, майҙаны 48 м2, күләме 125 м3. Арка рәүешендәге мәмерйә ауыҙы (киңлеге 5 м, бейеклеге 6 м) ҡаяның аҫҡы өлөшөндә Һикәҙе й. кимәленән 6 м бейеклектә ята. Инеү урыны эргәһендәге ҡыуыштан мәмерйә юлдары башлана: уң яҡ (оҙонлоғо 5—6 м) һәм тишеккә әйләнеүсе һул яҡ (оҙонлоғо 0,5 м) юл. Һуңғыһы ҡыуышҡа (оҙонлоғо 5 м, киңлеге 3 м, бейеклеге 1,5 м) илтә. Мәмерйә ҡоро. Иҙәнендә ваҡ таштар һәм балсыҡ ята. Тирә‑яғында ҡарағайҙар үҫә, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Клер астрагалы, ҡылсыҡлы аҡтамыр осрай. Мәмерйәнең исеме “Салауат Юлаев” к/ф төшөрөү м‑н бәйле.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика