САЛАУАТ МӘМЕРЙӘҺЕ. Салауат р‑ны Малаяҙ а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Мәмерйә тотҡа рәүешендә, меридиональ йүнәлештә һуҙылған коридорҙан тора. Оҙонлоғо 54,0 м, уртаса киңлеге 6,0 м, уртаса бейеклеге 3,5 м, майҙаны 125,0 м2, күләме 311,0 м3. Мәмерйәгә инеү урыны ҡоҙоҡ (тәрәнлеге 6,0 м) формаһында, стеналары текә, төбөндә ауыҙы арка рәүешендә (киңлеге 2,2 м, бейеклеге 1,5 м). Инеү урыны коридорға алып бара, уның уртаһында ҙур булмаған зал бар. Иҙәне балсыҡ һәм ваҡ таштар м‑н ҡапланған. Т‑ра 0°С. Ауыҙынан 5 м алыҫлыҡта майҙаны 30 м2 еткән боҙлоҡ бар. Атамаһы Салауат Юлаев исеме м‑н бәйле, “Салауат мәмерйәһе” риүәйәте б‑са, 1774 й. ул үҙенең көрәштәштәре м‑н ошо мәмерйәлә йәшеренгән.

А.И.Смирнов

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика