САЛАУАТ, БР-ҙағы ҡала һәм т. юлстанцияһы. Өфөнән 160 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Майҙаны – 106 км2. Халҡы (мең кеше):  1959 й.– 61,0; 1979 – 137,0; 1989 – 150,8; 2002 – 158,6. Милли составы (2002): урыҫтар – 55%, татарҙар – 20,3%, башҡорттар – 17,7%. С. иҡт. нигеҙе – нефтехимия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм машиналар эшләү. “Салаватнефтеоргсинтез”, “Салаватгипронефтехим”, Салауат ТЭЦ-ы,Двигательмонтаж”, “Салаватнефтемаш”, “Гидромаш”, Салауат ағас эшкәртеү комбинаты, Салауат тимер-бетон заводы, “Башпромсервис”, Салауат оптика-механика заводы, “Битум”, “Салаватстрой”, “Салауатбыяла”, “Термостепс”, “Содис”, Салауат аҙыҡ‑түлек комбинаты һ.б. пр-тиелар эшләй. С. аша Куйбышев тимер юлы (Аллағыуат–Ишембай тармағы), Өфө–Ырымбур, Ишембай–Воскресенка–Мәләүез автомобиль юлдары үтә. Стәрлетамаҡ–Салауат сәнәғәт узелына инә.С. Салауат гуманитар институты, иҡт. һәм идара итеү ин-ты, ӨДНТУ филиалы, ӨДИСА, Хәҙ. гуманитар ин-ты, Мәскәү иҡт., статистика һәм мәғлүмәт ун‑ты, Мәскәү пед. ун-ты вәкиллектәре, иҡт.‑юридик техникум, Салауат педагогия колледжы, Салауат индустриаль колледжы, Салауат медицина колледжы, Салауат музыка колледжы, 7 ПУ, ш. иҫ. һөнәрселек училищеһы №19, 3 һөнәрселек лицейы, 26 дөйөм белем биреү мәктәбе, 3 гимназия, мәктәп‑интернат, 45 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар экология‑биол. ст., сәнғәт үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге, балалар (үҫмерҙәр) һәм техник ижад, балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар үҙәктәре, ДЮСШ; 3 дауахана, 15 поликлиника, балалар приюты, санаторий‑профилакторий, балалар кардиоревматология һәм туберкулезға ҡаршы шифаханалар, психологик-медик-социаль ярҙам үҙәге бар. Ҡалала Салауат башҡорт дәүләт драма театры, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы, “Алмас” мәҙәниәт һарайы, “Ағиҙел” милли мәҙәниәт һарайы, 2 кинотеатр, күргәҙмә залы, 11 китапхана, картиналар галереяһы, М.В.Нестеров исемендәге художество музейы филиалы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Ағиҙел” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, муниц. милли инструменттар оркестры, “Нефтехимик” спорт һарайы, “Салауат” спорт‑техник клубы, спорт-концерт комплексы, 2 стадион, тау саңғыһы үҙәге, 2 сиркәү, мәсет эшләй. Урыҫ телендә “Выбор”, башҡ. телендә “Салауат” гәз. сыға. 1948 й. нефть комб‑ты төҙөлөүгә бәйле Новостройка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1949 й. алып С. эшселәр ҡасабаһы, 1954 й. хәҙ. статусын ала. 1956 й. ҡала эсенә Ҡоҙаҡай, Бәләкәй Муса аа., 1978 й. – Кесе Аллағыуат а., 2002 й. – Желанный, Юпитер аа. ингән. С. 7 мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан:ҡала Советы (1956), “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы (1962) биналары, В.И.Ленинға (1970), Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр (1988) һ.б.

И.В.Голубченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Салауат ҡалаһы

Карта: Салауат

Яндекс.Метрика