САҠМАҒОШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш, көнсығышта — Кушнаренко, көньяҡта — Благовар һәм Бүздәк, көньяҡ‑көнбайышта — Шаран, көнбайышта Баҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны, Бәләбәй кантоны, Өфө кантоны улустары инә. 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле С.р. составына Кушнаренко р‑ны терр‑яһы индерелә. Майҙаны — 1686 км2. Адм. үҙәге – Саҡмағош а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 111 км һәм Бүздәк т. юл ст. төньяҡҡа табан 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 57,2; 1959 — 43,1; 1989 — 32,7; 2002 — 33,0. Милли составы (2002): татарҙар — 59,1%, башҡорттар — 34,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 19,1 кеше/км2. Районда 13 ауыл советы, 78 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Саҡмағош (11,4 мең кеше), Иҫке Ҡалмаш (2,2 мең), Аблай (1,3 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендәурынлашҡан. Рельефы тигеҙ, убалы. Райондың үҙәк өлөшө Көньяҡ Татар көмбәҙендә,төньяғы Бөрө биләнендәята.Район терр‑яһында кирбес балсыҡтары һәм ҡомло балсыҡ ятҡылыҡтары (Саҡмағош); нефть ятҡылыҡтары (Нур, Туҙлыҡыуыш, Саҡмағош һ.б.) бар. Климатыуртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С, июлдә 18,5°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. т‑ра ‑45°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм, йылы осорҙа 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Баҙы, Кеүәш (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары), Ҡалмаш, Сарыш, Сәғәҙи (Сәрмәсән й. ҡушылдыҡтары) һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтар өҫтөнлөк итә, һоро урман тупрағыосрай. Киң япраҡлы урман таралған. Райондың 12%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора.

2009 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 139,0 мең га (дөйөм майҙандың 82,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 90,4, сабынлыҡтар — 7,2, көтөүлектәр — 40,6; урмандар майҙаны — 19,8, ер өҫтөһыуҙары —0,7. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [10 АХПК, ш. иҫ. “Баҙы”; 6 ЯСЙ; 77 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, ҡошсолоҡҡа махсуслаша. Йылҡысылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ ф-каһы, ветеринария станцияһы урынлашҡан. “БашРЭС—Нефтекама” Саҡмағош электр селтәрҙәре, “ГазСервис” ААЙ “Дюртюлигаз” филиалы район эксплуатация хеҙмәте, “Көнбайыш—Башҡортостан энергетик тауар һатыу компанияһы” филиалы участкаһы, механика з‑ды, Саҡмағош кирбес заводы, һөт з‑ды, иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, автостанция, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Дүртөйлө—Саҡмағош—Бүздәк, Шишмә—Языков—Саҡмағош автомобиль юлдары үтә. С.р. көнбайыш иҡтисади төбәккәинә.

Районда Бөрө кооператив техникумының филиалы, кооператив уч‑ще, һөнәрселек лицейы, 69 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 16‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. Саҡмағош урта мәктәбе №1 һәм Яңы Ҡото урта мәктәбе; балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, 27 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Балалар ижады үҙәге; үҙәк район һәм участка дауаханалары, амбулатория, 49 фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Олимпиец” физкультура-һауыҡтырыу комплексы; Мәҙәниәт йорто, 41 клуб учреждениеһы, 27 китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Районда 9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. Башҡ. телендә “Саҡмағош сатҡылары” һәм татар телендә “Игенче” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, С.Г.Курас

Тәрж. Г.А.Миһранова

Карта

Яндекс.Метрика