СӘЙЕТҒӘЛИЕВ Зифҡәт Ислам улы (18.3.1947, БАССР-ҙың Илеш р-ны Абдулла а.), агроном, иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. Иҡтисад ф. д-ры (1996). БР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (2002). БАХИ-ны тамамлаған (1972). 1965–67 йй. Илеш р-ны Үрге Маншыр урта, Бишҡурай һәм Исәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡыта. 1972 й. алып БАХИ-ла: 1975 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. – уҡытыусы. 1979 й. башлап Илеш р-ны В.И. Ульянов ис. колхоз рәйесе, 1980 й. алып КПСС-тың Башҡ-н өлкә ком-ты инструкторы, 1982 й. – КПСС-тың Әлшәй район ком-тының 1-се секретары, 1988 й. – БНИПТИЖиК директоры. 1993 й. алып РФ Дәүләт думаһы депутаты: 1994 й. башлап ком-т рәйесе урынбаҫары, 1996 й. – ком-т ағзаһы. 2000 й. алып “Красбанк” коммерция банкы дир. советы рәйесе (Мәскәү), “Башптицепром” ДУАХП-ының ген. дир.; 2003 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ком-ты рәйесе, 2008 й. алып БР Аграр союзы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан аҙыҡ-түлек баҙарын формалаштырыуҙың иҡтисади проблемаларына арналған. С. етәкс. респ. лимузин тоҡомло һыйыр малын үҫтереү һәм ҡаҙҙарҙы сәнәғәт үрсетеү б-са хужалыҡтар селтәре булдырылған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС-ының 11–12-се саҡырылыш, РФ Дәүләт думаһының 1–2-се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3-сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: экономические проблемы формирования и регулирования регионального мясного рынка. Уфа, 1995; Ценовое регулирование регионального мясного рынка. М., 1996.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика