СӘҒИТДИНОВ Мөхәмәт Шәмсетдин улы (28.3.1936, БАССР-ҙың Стәрлебаш р-ны Айҙарәле а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д-ры (2001), проф. (2003). РФ-тың (1996) һәм БАССР-ҙың (1986) атҡ. иҡтисадсыһы. Бөтә Союз финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу ин-тын тамамлаған (Өфө, 1964). 1959 й. алып Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ р-ндарында эшләй. 1972 й. башлап Өфөлә: “Башнефтезаводстрой” тресы идарасыһы урынбаҫары, 1974 й. – БАССР-ҙың финанс министры урынбаҫары, 1979 й. – ҡала советы башҡарма ком-ты финанс бүлеге мөдире, 1987 й. алып “Союзнефтеотдача” ҒПБ-нда ген. дир. урынбаҫары, 1990 й. “Башкирэнерго” ПБ-нда ген. дир. урынбаҫары, 1992–2001 йй. БР-ҙың Милли банкы рәйесе. 2003 й. башлап “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ-нда, бер үк ваҡытта 1979 й. алып ӨДАТУ-ла һәм Бөтә Рәсәй финанс-иҡт. ситтән тороп уҡыу ин-тының Өфө филиалында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге респ. ике һәм өс кимәлле банк системаларын төҙөүгә һәм үҫтереүгә арналған. С. етәкселегендә төбәктәр эсендә банк-ара электрон иҫәпләшеүҙәр технологияһы, автоматлаштырылған идара итеү системаһы һәм банк учреждениеһы структураһын ҡулайлаштырыу методикалары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты. 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. 1994–99 йй. БР Президент советы ағзаһы.

Хеҙм.: Управление региональной банковской системой: методология, методика и практика в 5 ч. Уфа, 2000-2001 (авторҙ.); Проблемы формирования региональной банковской системы (опыт Республики Башкортостан). Уфа, 2005;  Управление предприятием в современной экономике: теория и практика: в 5 ч. Уфа, 2006-2007 (авторҙ.).

Тәрж.  Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика