САБАҠАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйәләр, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дыуан р‑ны Ежовка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярындағы Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Бейеклеге яҡынса 70 м булған ике киртләсле текә ҡаянан ғибәрәт, унда Йүрүҙән кимәленән яҡынса 40 м бейеклектә 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Сабаҡай мәмерйәләре (оҙонлоҡтары 146 м, 28 м һәм 17 м) бар. Аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарынан тора. Ландшафына һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле‑карбонатлы тупраҡтағы дала үләнле ҡарағай‑ҡайын һәм ҡайын урмандары хас. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, ҡыҙыл ойошһеркә, ҡылсыҡлы аҡтамыр, төньяҡ шиверекия үләне, ысын кәкүк ситеге һ.б.; ыласын‑сапсан оялай. Мәмерйәләрҙең береһендә неолит ваҡытындағы көнкүреш әйберҙәре һәм хайуан һөйәктәре табылған.

Ә.А.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика