РЫСҠУЖА ЙӨҘЛӘҮ ТАШЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Әбйәлил р‑ны Рысҡужа а. көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. В.В.Голота, Г.М.Перминов (1991), В.Ф.Королёв (2001) тарафынан өйрәнелә. Йөҙләү таштары аҫҡы девондың асыҡ һәм ҡуйы һоро һыҙыҡлы һәм сыбар мәрмәр эзбизташтарынан ғибәрәт. Эзбизташтар (ҡалынлығы 400 м тиклем) меридиональ йүнәлешле, текә ауыу мөйөшлө (70—85°), урта девондың ирәндек свитаһы порфириттары һәм туффиттары м‑н тектоник бәйләнештә тора. Юғары физик‑механик сифаттар хас, химик таҙалыҡ м‑н айырыла (MgO<0,9%, SiO2 — 0,6—8,4% , көкөрт<0,1%, Fe2O3 — 0,2%). Тәж. карьерында II һәм III төркөм блоктарының сығышы табылған тау массаһының 20%‑ын тәшкил итә, ш. иҫ. II төркөм — 4,4%. Респ. запастар комиссияһы тарафынан раҫланған A—C1 категориялы йөҙләү ташы запасы 128 мең м3, С2 категориялы — 16 мең м3 тәшкил итә. Етештереү ҡалдыҡтары декоратив ваҡ таш сифатында, ҡоштарҙы ашатыуҙа һ.б. ҡулланылырға мөмкин. Ятҡылыҡ һыуланмаған, ҡулайлы тау‑техник һәм транспорт шарттарында ята; “Башҡорт мәрмәре” ДУП‑ының сеймал базаһы булараҡ әҙерләнгән.

А.В.Кочергин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.