РУС ГЕОГРАФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ (РГЙ), ғилми йәмғиәт. 1845 й. ойошторола (1850—1917 йй. Император Рус геогр. йәмғиәте, 1926 й. алып Дәүләт геогр. йәмғиәте, 1938—92 йй. СССР‑ҙың Геогр. йәмғиәте). Тәбиғәтте, этнографияны өйрәнеү, фәнни белемде пропагандалау, аң‑белем таратыу һ.б. маҡсаттарҙа булдырыла. Юғары органы — съезд (5 йыл һайын саҡырыла), етәксе органы (съездар араһында) — Ғилми совет һәм президент (төбәк бүлектәрендә — рәйес) етәкс. Президиум. География һәм тәбиғәт белеме б‑са иң яҡшы фәнни хеҙмәттәр өсөн пр. һәм миҙалдар булдырыла, ш. иҫ. алтын миҙалдар: Ҙур миҙал, Ф.П.Литке, П.П.Семёнов‑ТяньШанский, Н.М.Пржевальский ис. миҙалдар. 1868 й. РГЙ‑ның Ырымбур бүлеге ойошторола, уның составына төрлө йылдарҙа Г.С.Карелин, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, С.С.Неуструев, Д.Н.Соколов, А.А.Тилло, В.М.Черемшанский, Ф.Н.Мильков, А.С.Хоментовский һ.б. инә. Ырымбур бүлеге ғалимдары башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һ.б. халыҡтар этнографияһын, ш. уҡ Көньяҡ Уралдың геологияһын, географияһын, геоморфологияһын, тупраҡ ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Ырымбур бүлеге яҙмалары” (“Записки Оренбургского отдела”; 1870—81 йй., 1—4‑се киҫәктәре), “Ырымбур бүлеге хәбәрҙәре” (“Известия Оренбургского отдела”; 1893—1930 йй., 1—25‑се киҫәктәре) нәшер ителә. 1954 й. алып Башҡ-н филиалы эшләй, 1995 й. РГЙ‑ның Башҡ-н бүлегенә үҙгәртелә. Төбәк иҡтисади һәм социаль географияһын, ландшафты өйрәнеү ғилемен, геоэкологияны, картографияны, тәбиғәтте рациональ файҙаланыуҙы, туризмды үҫтереү мәсьәләләрен һ.б. өйрәнеү м‑н шөғөлләнә. Башҡ-н бүлеге составында 240‑тан ашыу ағза, ш. иҫ. 5 коллектив, БР район һәм ҡалаларында 65 урындаƒы б¢лексº, теркәлгән. РГЙ‑ның 11 Бөтә Урал кәңәшмәһе үткәрелә, 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт йыйынтығы, тәбиғәт ҡомартҡылары т‑да 2 китап, респ. б‑са 3 белешмә, “СССР география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе яҙмалары”, географик атластар, географик карталар баҫтырыла. Рәйестәре: Д.Г.Ожиганов (1954 й. алып), А.П.Рождественский (1965 й. алып), Ә.М.Гәрәев (1992 й. алып), А.В.Псәнчин (2008 й. алып), К.Ф.Йыһаншин (2014 й. алып).

З.Б.Латипова

Тәрж. И.М.Япаров

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.