РУМЫНИЯ, Р у м ы н и я Р е с п у б л и к а һ ы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 237,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Бухарест. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 22,2 млн кеше (2008), 89,5% ‑ы — румындар. Рәсми тел — румын теле. Диндарҙарҙың күпселеге православие динен тотоусылар (86,8%). БР м‑н Р. бәйләнештәре РФ һәм Р. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР Министрҙар Кабинеты м‑н Р. Хөкүмәте араһында Сауҙа-иҡт. хеҙмәттәшлек итеү т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (1993); Рәсәй-Румыния хөкүмәт-ара комиссияһы сиктәрендә Башҡортостан-Румыния эш төркөмө ойошторолған (1995). 1992 й. БР‑ҙа Р. РФ‑тағы илсеһе булып китә, 1993 й. БР м‑н Р. араһында рәсми хөкүмәт делегациялары м‑н алмашыу үткәрелгән, румын делегацияһын Р. премьерминистры Р.Н.Вэкэрою етәкләгән. БР м‑н Р. араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2002 й. 2,8 млн АҠШ доллары тәшкил итә (1999 й. — 606,3 мең доллар). 2002 й. БР‑ҙың Р. экспорты — 2,6 млн доллар (1999 й. — 460,4 мең доллар); уның тауар структураһында минераль, химик продукттар, яғыулыҡ, каучуктар, металдар һ.б. тауарҙар. 2002 й. Р. БР‑ға химик продукттар, текстиль, машиналар, ҡорамалдар һәм транспорт саралары импорты 1,5 млн долларҙан ашыу тәшкил итә (1999 й. — 145,9 мең доллар). Икенсе донъя һуғышы йылдарында респ. ойошторолған Кременчуг‑Александрия уҡсылар дивизияһы һәм Идрица уҡсылар дивизияһы Р. немец- фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1950—80 йй. БАССР‑ҙың нефтселәре Р. нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм үҙләштереү эштәрендә, нефть эшкәртеүселәре һәм химиктары Георге‑Георгиу‑Деж ҡ. синтетик каучук з‑дын төҙөүҙә һәм сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан; Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) Румыния инженерҙарын һәм техниктарын производствоға уҡытыу ойошторолған. Р. Бөйөк Милли йыйылышы (1956), Румыния коммунистары партияһы (1966, 1972, 1980), Р. профсоюздары (1961) делегациялары БАССР‑ҙа рәсми визит м‑н булып китә. 50‑се йй. аҙ. “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығының 5‑се промыслаһы һәм Болдешти районы нефтселәре, Өфө НЭЗ‑ы һәм Плоешти ҡ. 1‑се нефть эшкәртеү з‑ды коллективтары араһында ярыштар үткәрелгән. Стәрлетамаҡ станоктар һәм машиналар эшләү з‑дтары, Өфө түбән вольтлы аппаратура, текстиль быяла‑сүс, “Уфимкабель”, “Салаватнефтемаш” з‑дтары, Белорет металлургия комб‑ты һ.б. пр-тиелар Р. үҙҙәренең продукцияһын ебәрә; Р. БАССР‑ға үткәргес торбалар аппаратураһы һ.б. индерелә. Умартасылыҡ б‑са Халыҡ-ара конгреста (Бухарест, 1965) Башҡ‑н умартасылары ҡатнаша. 60‑сы йй. башынан Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты ғалимдары румын коллегалары делегациялары м‑н алмашына; 1980 йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Р. нефть эшкәртеү з‑дтары б‑са Инженерлыҡ‑технология һәм проект тикшеренеү ин‑ты м‑н берлектә нефтехимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелгән. БАССР‑ҙың артистары, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылары Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша (Бухарест, 1953). Опера һәм балет театрында Дж.Пуччиниҙың “Тоска” (ҡуйыусыһы — румын реж. Б.Массини) һәм “Чио‑Чио‑сан” операларында Бухарест операһы солисы И.Тудоран сығыш яһай (1957). Р. рәссамдар М.Н.Арыҫланов (Бухарест, 1957), Р.Й.Миңлебаев (Клуи‑Напока ҡ., 1998, 2003), Б.Я.Палеха, А.В.Пантелеев (икеһе лә — 1976), А.Р.Тереғоловтың (1998, 1999, 2005, 2007) күргәҙмәләре ойошторолған. БР ижади йәштәренең делегацияһы Халыҡ-ара төрки йәштәре берекмәһенең 11‑се ҡоролтайында һәм Төрки донъяһы йәштәре көндәрендә ҡатнаша (Констанца ҡ., 2004). 2002 й. БР‑ҙа 48 румын йәшәгән.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов