РОССИНСКАЯ Галина Михайловна (8.11.1956, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2013). Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 1993 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй (1985 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р). 1986—87 йй. Бөтә Союз совет сауҙаһы ин‑тының уҡыу‑консультация пунктында (Өфө) уҡыта. 1993—2003 йй. (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: төп ғилми хеҙм‑р, етәксе вазифаһын башҡарыусы, 1995 й. алып идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте ғилми-тикшеренеү үҙәгенең бүлек мөдире. 1998—99 йй. БР Милли банкыһында баш иҡтисадсы. 2003 й. алып “Экономика и управление” (“Иҡтисад һәм идара итеү”) ж. баш мөхәррир урынбаҫары (Өфө). 2014 й. башлап БДУ-ла уҡыта (2015 й. — дөйөм иҡтисад теорияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге иҡтисадтың трансформацияланыуы шарттарында ҡулланыусының тәртибе моделен өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Потребительское поведение населения региона (на примере Республики Башкортостан). М., 2009; Экономическое поведение домохозяйства: теория и методология исследования. Уфа, 2013.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018